Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Республикала 10 миллиард һумға металлургия заводы төҙөләсәк

Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы "Туҡан металлургия комплексы"н "Белорет" йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Компания тимер рудаһы концентратын гранулланған суйынға эшкәртеү буйынса завод төҙөүгә 10 миллиард һум инвестиция һала. "Белорет" йылдам үҫеш биләмәһенен яңы резиденты 2026-2030 йылдарҙа инвестиция проектын тормошҡа ашырырға һәм 157 эш урыны булдырырға ниәтләй. Гранулланған суйынды һатыу буйынса проект ҡеүәтенә резидент 2028 йылда уҡ сығырға йыйына. Сығанаҡ: Башинформ.

Республикала 10 миллиард һумға металлургия заводы төҙөләсәк.

Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы "Туҡан металлургия комплексы"н "Белорет" йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Компания тимер рудаһы концентратын гранулланған суйынға эшкәртеү буйынса завод төҙөүгә 10 миллиард һум инвестиция һала.

"Белорет" йылдам үҫеш биләмәһенен яңы резиденты 2026-2030 йылдарҙа инвестиция проектын тормошҡа ашырырға һәм 157 эш урыны булдырырға ниәтләй. Гранулланған суйынды һатыу буйынса проект ҡеүәтенә резидент 2028 йылда уҡ сығырға йыйына.

Сығанаҡ: Башинформ.