Бик ауыр һайлау алдында торам. Сирле әсәйемде һайларғамы, әллә йәш кәләштеме? Эш шунда: кәләшем әсәйем менән йәшәргә теләмәй. Ә миңә ғүмер биргән кешем яңғыҙы ҡалды һәм сирләй. Беҙ ғаиләлә өс малай үҫтек. Әсәйем менән атайым – ябай кешеләр. Эшләнеләр, беҙҙе аяҡҡа баҫтырырға тырыштылар. Икеһе лә колхозда, ауыр эштә йөрөнө. Шуғалыр инде, һаулыҡтары тиҙ бөттө. Өлкән ағайым өйләнеп, Себер яҡтарына китеп төпләнде. Кесе ҡустым яңғыҙ, ул бәләкәй генә ятаҡ бүлмәһендә йәшәй. Үҙемә килгәндә, дүрт йыл элек өйләндем, ипотекаға ауылдан йыраҡ түгел ҡалала фатир һатып алдыҡ һәм шуны түләй-түләй татыу ғына йәшәп ятабыҙ. Әсәйем менән кәләшемдең борсағы бик бешмәй. Беҙ фатир алғанда минең атай-әсәйем ярҙам итә алманы, ә ҡайнымдар тәүге иғәнәгә ҙур ғына сумма аҡса бирҙе. Кәләш: “Һинекеләр ҙә ярҙам итергә тейеш”, – тине. Тик ҡайҙан инде ауылда йәшәгән пенсионерҙарҙа ул тиклем аҡса? Әсәйем дә киленен үҙһенмәне, осрашҡанда һалҡыныраҡ аралашалар ине. Быйыл йыл башында атайым мәрхүм булып ҡалды. Яңғыҙ ҡалған