Һөтлө сәй яратаһығыҙмы? Һайларға тура киләсәк: тәмме йәки һаулыҡмы? Һөтлө сәйҙе бөтә донъяла яраталар: Англияла был — иртәнге ритуалдың бер өлөшө, Һиндостанда — тәмләткестәр менән тулы масала-сәй. Әммә йомшаҡ зауыҡ һәм уңайлы йола артында һаулыҡ өсөн көтөлмәгән етешһеҙлек йәшеренергә мөмкин. Был хаҡта табип һәм телевидение алып барыусыһы Елена Малышева "Жить здорово!" тапшырыуында һөйләгән. Тәү ҡарашҡа был комбинация зыянһыҙ булып күренә. Әммә, белгес раҫлауынса, һөт аҡһымы сәйҙә булған ҡиммәтле антиоксиданттарҙы үҙләштереүҙе туҡтата ала. Антиоксиданттар араһында иң файҙалыһы – эпигаллокатехин, йәшел һәм ҡара сәй катехиндарының береһе. Ул күреү һәләтен яҡшыртырға ярҙам итә, күҙҙәрҙең йәшкә бәйле үҙгәрештәрен яйлата, онкология ауырыуҙары хәүефен кәметә, иммун системаһын нығыта. Әммә һөт аҡһымдары, сәйгә ингәс, катехиндар менән бәйләнә һәм уларға организм файҙаһына эшләргә ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә, эсемлек үҙенең файҙалы үҙенсәлектәрен юғалта. Малышева нимә тәҡдим итә? “Шәкәрһеҙ һәм һөтһөҙ