Бөгөн Өфө ҡалаһында З. Вәлиди исемендәге милли китапханала осрашыу булды Баймаҡ районында оҙаҡ йылдар райондың беренсе секретары булып эшләгән Рәис Имамович Имамовҡа арналған китап сығыуы айҡанлы китаптың исем туйы үтте Осрашыуға Баймаҡ районынан билдәле ветерандар Рауил Йәнсурин һәм Зәйнетдин Тимербулатов килде. Осрашыуҙа билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре Хәләф Ишморатов, Рәсих Хәмитов , Ринат Ғәлимов, Буранбай Күсәбаев, Мир Сынбулатов, БДБ ҡоролтай вәкиле Нурислам Ҡалмантаев, ғалим Марсель Маннапов, "Баймаҡ" яҡташтар ойошмаһынан Мортаза Абдуллин , Шайморат Тимербулатов, милли китапхананың бүлек етәксеһе Айгөл Буранғолова, балалары , туғандары һәм башҡа билдәле етәкселәр ҡатнашты. Китап сығарыуға Ирек Бикмәтов, Буранбай Күсәбаев, Гүзәл Ниғәмәтова күп көс һалды.