Әлеге ваҡытта ҡышҡы селлә бара. Нимә икән ул селлә? Ҡасан була? Ни өсөн селлә ваҡытында никах уҡырға ярамай, тип әйтәләр? Селлә - фарсы теленән . چله (čilla, čelle) «ҡырҡ» тигәнде аңлата. Йылдың иң эҫе йәки иң һыуыҡ ваҡыты. Ул ҡырҡ көн бара. Йәйге селлә 25 июндән 5 авгусҡа тиклем, ҡышҡы селлә 25 декабрҙән 5 февралгә тиклем дауам итә.
Әйткәндәй, Ҡышҡы Нардуған байрамы ҡышҡы селләнең (25 декабрҙән 5 февралгә тиклем) беренсе аҙнаһына тура килгән. Шуға күрәлер инде, Нардуған уйындарының төп геройы Селлә бабай – хәҙергесә Ҡыш бабай булған.
Ә йәйге селлә йәйге Нардуған байрамының тәүге аҙнаһына тап килгән . Әммә шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: 25 декабрҙән 5 февралгә тиклем - иҫкесә селлә, 8 ғинуарҙан 18 февралгә тиклем - яңыса. Мунира Аглиуллина