Йәш кенә булһалар ҙа, ғаиләһе, яҡындары өсөн генә түгел, тыуған иле өсөн яуаплылыҡ тоя белгән ир-егеттәр һоҡланыу уята. Таянырҙай, терәк булырҙай көслө заттар улар. Бөгөнгө мәҡәләмдең геройы Ишембай районы Әрметрәхим ауылы егете, махсус хәрби операцияға контракт буйынса юлланған “Раха” позывнойлы яугир. Ишембайҙа тыуып-үҫкән егет ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Тормош иптәше Розалия менән Искәндәр һәм Руслан исемле биш һәм өс йәшлек ике ул үҫтерәләр. Физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да көслө ул. Заманында һауа-десант ғәскәрҙәрендә һалдат бурысын үтәгән. Былтыр яҙын контракт төҙөп махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. Быны ул яуҙа дуҫ егеттәренең күп булыуы, уларға ярҙам кәрәклеге менән аңлата. Шулай уҡ улдарының киләсәген дә уйлап хәл итә, уларҙың тормошоноң яҡлаулы булыуы менән бәйләй. Бары тик контракт төҙөгәс кенә яҡындарына хәбәр итә. Ғаиләһе, яҡындары был хәбәрҙе бик ауыр ҡабул итһә лә, яйлап күнәләр, сабыр ғына хәрби хеҙмәттән ҡайтҡанын көтәләр. Былтыр март айы