Өфө ҡалаһының 5-се ҡала клиник дауаханаһы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, махсус рәүештә йыһазландырылған ике яңы автомобиль алды. LADA VESTA автомобилдәре пациенттарҙы хәүефһеҙ һәм уңайлы йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ауырыуҙарҙы ташырға була. Машиналар медицина персоналы тарафынан йорттарҙа тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн дә файҙаланыласаҡ. “Беҙҙең өсөн был ваҡиға автопаркты тулыландырыуҙы ғына аңлатмай, ә медицина хеҙмәттәренең сифатын күтәреүгә һәм мөмкинлектәрҙе арттырыуға яһалған мөһим аҙым да. Яңы автомобилдәр аҙ хәрәкәтләнеүсе пациенттар өсөн шарттарҙы күпкә яҡшыртасаҡ, улар башҡаларға ҡарағанда ла ошондай уңайлыҡтарға мохтаж”, - тип билдәләне 5-се ҡала дауаханаһының баш табибы Салауат Өмөтбаев. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта яр