6 февралдә, Рәсәй фәне көнө алдынан, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең ғилми ҡунаҡханаһы йәнә юғары уҡыу йорттары студенттары кампусында үҙ ишектәрен аса. Уның эшенә ярашлы, ҡатнашыусыларҙы профессиональ диалог өсөн бай программа: китаптың исем туйы, ғилми стендап, ғалимдар өсөн асыҡ микрофон көтә. Вуз-ара кампус лабораториялары ғалимдары фәнде үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, шулай уҡ үҙҙәренең асыштары хаҡында һөйләйәсәк. Сара Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технологиялар ун йыллығы башланғысын тормошҡа ашырыу планына ярашлы ойошторола. – Фән диалогтан башлана. Беҙҙең төбәктә был диалогтың лаборатория стенаһынан сығыуына һәм кампустағы Ғилми ҡунаҡхана кеүек заманса, йәнле формалар алыуына бик шатмын. Был арауыҡта йәш тикшеренеүселәр үҙҙәренең эшләнмәләре менән таныштырыуҙан тыш, уларҙың ысынбарлыҡтағы ҡиммәтен дә күрә, фәнни берләшмәнән кире бәйләнеш ала. Тап ошонда, дисциплиналар һәм идеялар тоташҡан урында, киләсәктә төбәгебеҙҙең технологик йөҙөн билдәләйәсәк алдынғы проекттар тыуы