Белорет районының Олойылға ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнаша. Быйыл иһә улар “Олойылға ауылындағы мәҙәни-ял итеү үҙәге биләмәһен ремонтлау” проекты менән ҡатнашырға ҡарар иткән. Олойылға ауылы хакимиәте башлығы Фәнис Данъянов белдереүенсә, был урында парк зонаһы һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға стела урынлашҡан. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” прогаммаһы сиктәрендә 2500000 һумға торошло эштәр башҡарырға, йәғни үҙәктең ҡыйығын капиталь ремонтларға йыйыналар. Олойылғалар был маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн төрлө мәҙәни саралар үткәрә. Үҙҙәре лә район, республика кимәлендә уҙған сараларға әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, яңыраҡ Манышты ауылында Б. Солтанов исемендәге милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса турнирҙа ҡатнаштылар. Балалар ҙа ситтә ҡалмай – программа сиктәрендә үткәрелгән сараларға әүҙем ярҙам итә һәм ҡатнаша. Ҡышҡы каникулдарҙа балалар өсөн “Күңелле старттар” спорт-күңел асыу сараһы үткәрелде. – “Урындағы башланғыстарға булыш