Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ҙур залында республика студенттары өсөн Рәсәй Дәүләт Думаһы делегацияһы ҡатнашлығындағы панель дискуссия үткәрелде. Сарала Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Владислав Андреевич Даванков, Дәүләт Думаһының Туризм һәм туризм инфраструктураһын үҫтереү буйынса комитеты рәйесе Сангаджи Андреевич Тарбаев һәм Дәүләт Думаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Александр Вячеславович Демин, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данияр Абдрахманов ҡатнашты. Панель дискуссияһын Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһы ректоры Азат Бадранов алып барҙы. Йәштәр сәйәсәте, туризмды үҫтереү һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса көнүҙәк темалар буйынса дискуссияға республиканың төп юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырылды. Был сара Дәүләт Думаһаның юғары дәрәжәләге кешеләре менән аралашыу, уларҙан аңлатма алыу өсөн һирәк осрай