2025 йылда Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 30 проценттан ашыуға артҡан һәм 343,6 мең кешегә еткән. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина хәбәр итте. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, былтыр үҙмәшғүлдәрҙең килеме бер ярым тапҡырға артҡан һәм 50 миллиард һумдан ашҡан. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҫеше буйынса ла Башҡортостан яҡшы динамика күрһәтә. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса ғәмәлдәге компаниялар һәм эшҡыуарҙар һаны 6,4 процентҡа – 151 меңгә тиклем артҡан. Күрһәткестең үҫеш темптары уртаса Рәсәй кимәленән алда бара (3,7 процент). – Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе һәм илдә туғыҙынсы урынды биләй, – тине Светлана Верещагина. – Республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ секторында 653 мең кеше мәшғүл, былтырғыға ҡарағанда 9,3 процентҡа күберәк. Юғары һөҙөмтәләр бизнес үҫешен дәртләндереү буйынса күрелгән сара