Махсус хәрби операцияла Рәсәй тыныслығын һаҡлаған Денислам Фәйзрахманов – батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ тыумышы менән Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылынан. Ябай ғына итеп әйткәндә, ауыл малайы, заман геройы ул. – "Фаза" позывнойлы һалдат махсус хәрби операцияла 2023 йылдың июль айынан, – тип һөйләй Блаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова. – Денислам Фәйзрахманов унда күп ваҡытын алғы һыҙыҡта үткәрә, дөрөҫөрәге, дошманды сигендереүгә тос өлөшөн индерә. Уның сыҙамлылығы, түҙемлеге – һоҡланғыс, сөнки әллә күпме тапҡыр ҡаты яраланыуына һәм контузия алыуына ҡарамаҫтан, һалдат Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафына ҡайтанан баҫты. Лилиә Рәмил ҡыҙы билдәләүенсә, "Фаза" бихисап дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Командирҙарҙың уға Нестеров миҙалын, шулай уҡ "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" миҙалын һәм башҡа наградаларҙы тапшырыуы - шуға асыҡ миҫал. – Махсус хәрби операцияла һалдаттар бер туғанға әйләнә, унда берҙәмлек һәм теләктәшлек көслө, беҙ һәр ваҡыт б