Һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәр йә бер йырсының, йә икенсе артистың тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртеүе хаҡындағы яңылыҡтар менән тулды. Ҡайһылары йөҙөн йәшәртеү өсөн хирург өҫтәленә ятһа, бәғзеләр төрлөсә фигураһын матурлап маташа. Ә һуңынан ошо хаҡта “сер итеп” бөтә ғәмгә һөйләп ташлайҙар. Ә бына Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиевтың фекере бөтөнләй башҡаса. “Сәхнәләге күп кенә коллегаларым пластик операция яһата, йәш күренеү өсөн күҙ ҡабаҡтары өҫтөндәге тиреһен алып ташлай. Әммә мин был алымға ҡәтғи ҡаршымын. Тәбиғәт биргән бар кәүҙә, йөҙ -ҡиәфәттең ҡәҙерен белергә кәрәк тип һанайым. Барыһы ла уйланылған һәм иҫәпләнгән бит. Икенсенән, ысын ир-егеттең йөҙө бер аҙ тупаҫыраҡ та булырға тейеш тип уйлайым”, -ти йырсы. Ә һеҙҙең был хаҡта фекерҙәрегеҙ нисек? Йырсы менән килешәһегеҙме? Комментарийҙарға үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙһағыҙ ине. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!