Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә республика сәнғәте өсөн мөһим ҡарар тураһында һөйләшеү булды. Һүҙ Өфө үҙәгендәге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто тураһында бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны ремонтларға кәрәк тип белдерҙе. Финанслау сығанағы булып, яҡынса һөйләшеүҙәр буйынса “Өфө” халыҡ-ара аэропорты сығыш яһай ала. Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовҡа 2026 йылда 1970 йылда төҙөлгән бинаны ремонтлауҙы проектлау менән шөғөлләнергә ҡушты. – Бина Өфөнөң йөрәгендә урынлашҡан. Мин асыҡ конкурс үткәрергә тәҡдим итер инем, – тине республика Башлығы. – Беҙҙең алдағы бурыс шундай: иғтибарҙы йәлеп иткән матур бина төҙөргә. Мәҫәлән, Ҡурсаҡ театры яңыртылды бит, шуның һымаҡ матур ҡарар кәрәк. Эстә ябай ремонт ҡына кәрәк, һәм мине тәү сиратта тышҡы биҙәлеш, фасадтар ҡыҙыҡһындыра. Яҡында Совет майҙаны. Бинала ике ресторан, ике зал, китапхана бар. Кешеләр килһен өсөн тырышығыҙ. Шулай уҡ Радий Хәбиров эске яҡтан асыҡ музей йәки галерея кеүек йәл