Башҡортостанда “Шыршы-2025” оператив-иҫкәртеү операцияһына йомғаҡ яһалды. 2025 йылдың 24 ноябренән 2026 йылдың 8 ғинуарына тиклем ведомство ылыҫлы үҫемлектәр әҙерләү һәм һатыу өҫтөнән көсәйтелгән контролде тәьмин итә. Был эш “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бурыстарын үтәүгә ҙур өлөш индерә, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығында. Операция барышында 1533 рейд үткәрелә. Урмандарҙы һаҡлауға, дәүләт урман инспекторҙарынан тыш, Дәүләт техник күҙәтеүе белгестәре, казак йәмғиәттәре һәм йәмәғәт инспекторҙары ҡушыла. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы менән берлектә ойошторолған 60 стационар пост һәм 156 мобиль төркөм ҡағиҙә боҙоуҙарға ҡеүәтле кәртә ҡуя. Параллель рәүештә урман инспекторҙары легаль әҙерлекте контролдә тота: дөйөм майҙаны 50 гектарҙан ашыу булған 21 участкала эштәрҙе ҡабул итеү тикшерелә. – Ағымдағы миҙгелдә законһыҙ ҡырҡылған ылыҫлы ағастар һаны ете тапҡыр