Тибет монахтарының яҙмаларын өйрәнеүселәр улар тарафынан “Мәңгелек йәшлек” сәйе тип аталған рецепт менән уртаҡлашҡан. Баҡтиһәң, ул йәшәртеү көсөнә эйә. Был сәй өсөн 100 грамм аҡ сәскә (ромашка), 100 грамм һары мәтрүшкә, 100 грамм үлмәҫгөл (бессмертник), 100 грамм ҡайын бөрөһө алына. Уларҙы яҙ, йәй дауамында йыйырға йәки дарыухананан әҙерҙе һатып алырға була. Шулай итеп, һәр береһе 100-әр грамм алынған үләндәрҙе яҡшылап бутарға. Уны таҙа, ҡоро һауытта һаҡларға. Бер кешегә шифалы сәй әҙерләү өсөн бер аш ҡалағы үлән ҡатнашмаһы өҫтөнә 500 миллилитр эҫе һыу ҡойорға. 20-30 минут төнәткәс, һөҙөргә. Килеп сыҡҡан сәйҙең яртыһын бүлеп алып, бер балғалаҡ бал өҫтәп, киске аштан һуң эсергә. Артабан бер нимә лә ашамаҫҡа! Ҡалған төнәтмәне иртәнге аштан һуң аҙ ғына йылытып, бер балғалаҡ бал өҫтәп эсергә. Шулай уҡ төшкө ашҡа тиклем ашамаҫҡа тырышығыҙ, шулай саҡта һөҙөмтә нығыраҡ беленер. Үләндәр ҡатнашмаһы яҡынса 1,5 айға етәсәк. Эсеп бөткәс, күпмелер ваҡыт ял итеп алығыҙ. ИҪКӘРМӘ: үләндәр менән дауала