Мишкә районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатты. Ылауҙы район хакимиәте башлығы Лариса Александрова оҙатып барҙы.
Республикабыҙҙан сираттағы был ылау фронтҡа хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн автомобилдәр, рациялар, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа мөһим әйберҙәр еткерҙе.
Район башлығы иһә үҙенең социаль селтәрҙәрендә фронтҡа барыу тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уның һүҙҙәренсә, командировка "күңел өсөн тетрәндергес" була һәм ул бөтә нәмәгә ҡарашын үҙгәртә. - Беренсенән, иҫ киткес рәхмәт тойғоһо менән ҡайттым. Фронт янындағы райондарҙа кешеләрҙең нисек йәшәүен, уларҙың үҙ ерҙәренә нисек бәйле булыуын һәм хужалыҡ алып барыуын, балалар тәрбиәләүен, кешелеклелектәрен һаҡлауын күргәс, ғәҙәти, тыныс тормошобоҙҙо яңыса баһалай башлайһың. Тыныслыҡ, крандан аҡҡан ҡайнар һыу, магазинға тыныс ҡына барып етеү мөмкинлеге. Был беҙҙең өсөн ғәҙәти хәл, тейешенсә ҡабул итәбеҙ. Ә унда был - бәхет. Был сәфәр мине тыныслыҡтың хаҡын тағы ла нығыраҡ тойорға һәм һәр тыныс көн өсөн рәхмә