Башҡортостандың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе төбәк операторы – “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” акционерҙар йәмғиәте – хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн матди-техник базаһын ярайһы уҡ нығытты. Был эш “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект "Экологическое благополучие") ярашлы башҡарыла, ул ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса һәм экологик хәүефһеҙ системаһы булдырыуға йүнәлтелгән. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, йыл барышында контейнер майҙансыҡтарында ҡалдыҡтар йыйыу өсөн 410 заманса контейнер урынлаштырылған. Ҡалдыҡтарҙы айырымлап йыйыу системаһына айырыуса иғтибар бирелә. Ошо маҡсатта пластикты, быяланы һәм ҡағыҙҙы айырым йыйыу өсөн 40 махсуслашҡан контейнер, ПЭТ-тара йыйыу өсөн туғыҙ селтәрле контейнер ҡуйылған. “Контейнерҙар паркын яңыртыу һәм киңәйтеү – тармаҡты реформалаштырыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәрәнең береһе. Был ауыл һәм ҡалаларҙығы таҙалыҡҡа һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәтен