24 ғинуарҙа Яңауыл районына эш сәфәре мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңауылды артабанғы төҙөкләндереү проекттары менән танышты. 2026 йылда муниципалитет уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу буйынса федераль проектта ҡатнашырға ниәтләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Яңауыл ике тапҡыр бәләкәй ҡала һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында еңде. 2020 йылда “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары” проекты, 2022 йылда “Бәләкәй ҡала мәҙәниәте. Яңауыл үҙәген әүҙемләштереү” проекты менән уңышҡа өлгәштеләр. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә яңы йәмәғәт биләмәһе тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Октябрьский, Ленин, Азин урамдары биләмәләрен, Үҙәк майҙанды, ҡала паркын берҙәм мәҙәни кластерға берләштерҙе. Ҡаланың көньяҡ өлөшөндә төҙөкләндереүҙең дөйөм майҙаны биш гектарҙан артып китә. 2025 йылда яңыртылған урам музей экспозицияһы “Алтын Трезини” халыҡ-ара премияһының алтын дипломына лайыҡ булды. Ә ҡала үҙәген төҙөкләндереү проекты Бөтә Рәсәй “Рәсәй парктары” премияһының