24 ғинуарҙа Яңауылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңауыл районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты. Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин, шулай уҡ Виктор Чернышенко, Зимфир Хөснөтдинов, Роман Ғәләүетдинов, Артур Тимершин, Марат Әхмәтйәнов, Денис Тимерйәнов, Одилжон Мамадаев, Илсур Хәйҙәров, Руслан Хановтың яҡындары ҡатнашты. Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең атай-әсәйҙәренең, ҡатындарының ҡайғыларын уртаҡлашты, уларға Генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Яугирҙәр был наградаға батырлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң лайыҡ булды. - Егеттәр – ысын геройҙар, улар аҙаҡҡа тиклем үҙҙәренең бурыстарын үтәне. Улар менән һеҙ ғорурлана алаһығыҙ. Һеҙҙең ҡайғыны уртаҡлашабыҙ, һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Һеҙҙең турала хәстәрлек күреү – муниципалитет етәкселәренең туранан-тура бурысы. Райондарҙа махсус хәрби операция геройҙары иҫтәлегенә мемориалдар һәм һәйкәлдәр аса башланылар. Иң мөһиме – үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Әгәр һаулығығыҙ менән проблема