Ҡатын-ҡыҙ араһында рәнйетелеп йәшәүе хаҡында бөтөнләй өндәшмәй, теш ҡыҫып түҙгәндәр күпме?! Бындай осраҡтарҙы һанай китһәң... Айырыуса беҙҙең мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өйҙән “сүп” сығармауҙы хуп күрә. Бәпәй тыуҙырған саҡта ла ҡысҡырырға уңайһыҙланып, теш ҡыҫып әҙәп һаҡлайбыҙ бит. Борон-борондан шундай тәрбиә алғанбыҙ, сыҙамлылыҡ ҡаныбыҙға һеңгән. Шул уҡ ваҡытта ғаилә беҙҙең өсөн – иң ҙур ҡиммәт, уны бер нигә ҡарамай һаҡларға тырышабыҙ, ирҙең холҡо үҙгәреренә ышанабыҙ. Мин үҙем дә шулай булдым. Кейәүгә сығып, бер аҙна тирәһе йәшәп өлгөрҙөкмө-юҡмы, ирем, эсеп ҡайтып, ҡул күтәрҙе. Ғаиләлә ундай тәрбиә күрмәгәс, тәүҙә ауыртыныуҙан да бигерәк аптырап ҡалдым, ҙур күңел көсөргәнеше кисерҙем. Тәндең түгел, йәндең яраһы нығыраҡ һыҙлай, бөтәшмәй, тиҙәр бит. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, ғәфү иттем, оноторға тырыштым. Әммә өлкәндәрҙең әйтеүе дөрөҫ икән: бер күтәрелгән ҡул кире төшмәй. Ирем тора-бара хатта эсмәгән килеш тә һуға башланы. Кистәрҙе дер ҡалтырап көтөр инем, хатта “ҡайтмаһын да ҡуйһын ине” т