Турнир Рәсәйҙә иғлан ителгән Милләттәр дуҫлығы һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаиләләр Йылына бағышланды. Хакимиәт башлығы Амур Әминев турнирҙы асып, бындай ярыштарҙың район спортсыларын берләштереүҙә, йәштәрҙә спортҡа һөйөү уятыуҙа ҙур роль уйнауы тураһында әйтеп үтте. Ярышта Иҫке Сибайҙан ике, Ниғәмәттән бер команда көс һынашты. Уйын бик ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле барҙы. Көйәрмәндәр үҙ командаларының еңеүен ихлас ҡеүәтләп торҙо. Турнир араларында Ниғәмәт ауылы ағинәйҙәре хоккейсыларҙы ла, көйәрмәндәрҙе лә эҫе билмән һәм ҡайнар сәй менән һыйланы. Төрлө йәштәге спорт һөйөүселәрҙе бер майҙанға йыйған ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Иҫке Сибай ауылының «Атайсал» йәштәр командаһы беренсе, ошо уҡ ауылдың ололар командаһы - икенсе, Ниғәмәт ауыл командаһы - өсөнсө урынды яуланы. "Иң яҡшы уйынсы" булып Ибраһим Ибраһимов, "Иң яҡшы һөжүмсе" тип Искәндәр Ғәлин, "Иң яҡшы һаҡсы" тип Салауат Хәлилов, "Иң яҡшы ҡапҡасы" тип Флорид Илтинин билдәләнде. Айрат Кусеев "Иң яҡшы көйәрмән" булды.
24 ғинуар Ниғәмәт ауылының боҙ майҙансығында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы кубогына шайба менән хоккей турниры үтте
24 января24 янв
1 мин