Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яңауылда - яңы балалар поликлиникаһы

24 ғинуарҙа Яңауылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһының яңы бинаһын ҡараны. Төбәк етәксеһе дауалау учреждениеһының мөмкинлектәре менән танышты, коллектив менән аралашты. Ике ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 3,4 мең квадрат метрға тиң, ул һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау Президент программаһы буйынса төҙөлдө. Саралар “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы башҡарылды. Быға тиклем поликлиника күп фатирлы йорттоң ҡулайлаштырылған бинаһында урынлаша, был бәләкәс пациенттарға һәм хеҙмәткәрҙәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Яңы бина заманса талаптарға яуап бирә, хәүефһеҙ һәм сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеүгә булышлыҡ итә. Поликлиника сменаһына 150 кеше ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән. Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Хатипов әйтеүенсә, медучреждение барлығы 9,2 мең баланы хеҙмәтләндерә. Уларҙың сәләмәтлеген 20 табип, урта звенонан 42 белгес хәстәрләй. Башҡортостан Башлығы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған
Оглавление
    Яңауылда - яңы балалар поликлиникаһы
Яңауылда - яңы балалар поликлиникаһы

Яңауылда - яңы балалар поликлиникаһы

Башҡортостан Башлығы уның мөмкинлектәрен ҡараны.

24 ғинуарҙа Яңауылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһының яңы бинаһын ҡараны. Төбәк етәксеһе дауалау учреждениеһының мөмкинлектәре менән танышты, коллектив менән аралашты.

Ике ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 3,4 мең квадрат метрға тиң, ул һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау Президент программаһы буйынса төҙөлдө. Саралар “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы башҡарылды.

Быға тиклем поликлиника күп фатирлы йорттоң ҡулайлаштырылған бинаһында урынлаша, был бәләкәс пациенттарға һәм хеҙмәткәрҙәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.

Яңы бина заманса талаптарға яуап бирә, хәүефһеҙ һәм сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеүгә булышлыҡ итә. Поликлиника сменаһына 150 кеше ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән.

Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Хатипов әйтеүенсә, медучреждение барлығы 9,2 мең баланы хеҙмәтләндерә. Уларҙың сәләмәтлеген 20 табип, урта звенонан 42 белгес хәстәрләй.

Башҡортостан Башлығы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған балалар поликлиникаһын ҡараны. Бинала бер нисә инеү урыны бар, лифт көйләнгән. Эстә тар профилле белгестәр кабинеттары, физиотерапия, массаж, ультратауыш, рентген тикшереүҙәре бүлмәләре урынлашҡан, лаборатория, әсә һәм бала бүлмәһе, уйын зоналары булдырылған.

- Был - тура бәйләнеш һөҙөмтәләре буйынса булдырылған Президент программаһы. Мөрәжәғәттәр беренсе звено буйынса күп булды. Шуға ла Владимир Владимирович ошондай программа булдырырға ҡушты, - тине Радий Хәбиров. – Федераль үҙәк ярҙамында былтыр республикала бер нисә поликлиника төҙөлөшө алып барҙыҡ. Асҡын районында медучреждениены астыҡ. Учалы, Баҡалы, Әбйәлил райондарында ла улар пациенттарҙы ҡабул итеүгә әҙер тиерлек. Тап беренсел звенонан халыҡ сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күрелә башлағанын аңлайбыҙ. Шуға ла был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

.