Махсус хәрби операция башланғандан алып Баймаҡ районынан даими рәүештә яугирҙәргә гуманитар ярҙам оҙатыла. Бөгөн республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса иҫ киткес ҙур эштәр алып барыла. Был изге башланғыстан Баймаҡ районы ла ситтә ҡалмай. Күптән түгел Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ҙур гуманитар ярҙам оҙатыуҙы ойошторҙо. Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировка селтәрҙәре, миндек, портатив газ плитәһе, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек, ауҙар, кейем һәм яугирҙәргә ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ярҙамында туплана. Районда “Беҙ бергә!” ойошмаһы ағзалары яугирҙәргә гуманитар ылау туплауҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Уның етәксеһе Лилиә Такаева әйтеүенсә, ойошма ирекмәндәре үҙҙәре йәшәгән ауылда яугир ау