* һыуыҡ ҡолаҡтан алыр. * һыуыҡта боҙ өҫтөно шыя сыҡһа — йылы көндәр көт. * һыйыр арт аяғын ҡалтыратһа, һалҡын булыр. * Боҙ ҡытыршы булын туңһа, иген уңыр. * Бүрәнә шартлаһа, һыуыҡ булыр. * Ҡояш ҡыҙарып сыҡһа — ямғыр булыр, Ҡыш көнө шулай булһа — һалҡын булыр. Ҡыш һыуыҡ булһа, иген уңыр. *Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июль ямғырлы килер. *Ғинуарҙа тауыш шаңдау булып яңғырап ишетелһә – сатнама һыуыҡтарға. *Йондоҙло төн дә әсе һыуыҡтарға ишара. *Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор.