Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, LADA VESTA автомобиле алынды. Автомобилдә дүрт кешене йөрөтөргә мөмкин, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бер пациентты. Махсус механизмдар һәм тотҡостар хәрәкәт иткәндә уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек тыуҙыра. Машинала шулай уҡ инвалид креслоһын һалыу өсөн багажникта урын бар. “Яңы автомобиль медицина персоналының мобиллеген арттырасаҡ, пациенттарҙы илтеү ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ һәм тәүге медицина ярҙамын күрһәтеүҙе тиҙерәк хәл итәсәк. Автопаркты яңыртыу юғары технологиялы медицина ярҙамы менән тәьмин итеүҙе яҡшыртасаҡ”, – тип билдәләне Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Феликс Саҡаев. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм а