“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь) Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһы автопаркы яңы машина менән тулыланды. Был турала Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Әлеге транспорт һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр өсөн дә тәғәйенләнгән. - Был - беҙҙең эш өсөн ҙур ярҙам. Хәҙер беҙҙең табиптар һәм фельдшерҙар тағы тиҙерәк һәм уңайлы шарттарҙа пациенттарға саҡырыуҙарға барып етәсәк. Пациенттар ҙа транспортировкалағанда үҙҙәрен хәүефһеҙлектә һәм уңайлы шарттарҙа тоясаҡ. Яңы автомобиль беҙгә медицина ярҙамын тағы ла юғарыраҡ кимәлдә күрһәтергә булышлыҡ итәсәк, - ти 8-се клиник дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының маҡсаты - граждандарҙың ғүмер оҙонлоғо йәһәтенән яңы күрһәткестәргә өлгәшеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.