Быйылдан Өфөлә «Ғаилә» милли проекты буйынса (национальный проект «Семья») мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары биналарын капиталь ремонтлауҙың яңы комплекслы программаһы тормошҡа ашырыла башлай, тип хәбәр итә республика баш ҡалаһының хакимиәте. Планға индерелгән тәүге объекттарҙың береһе – Октябрь районындағы 218-се балалар баҡсаһы. Программа балалар баҡсаһының инфраструктураһын комплекслы яңыртыуға йүнәлтелә. Был үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә хәүефһеҙ, уңайлы һәм заманса шарттар тыуҙырырға ярҙам итә. Иң тәү сиратта матди-техник базаны яҡшыртыу бурысы тора, был мәктәпкәсә йәштәге балаларға тәғәйенләнгән белем биреү программаларын тулыһынса тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирер ине. – Ҡалабыҙҙың бәләкәстәр быуынын хәстәрләү һәм улар өсөн яҡшы шарттар булдырыу – муниципалитеттың иң мөһим бурысы. Федераль программа сараларына ярашлы, балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау биналарҙы яңыртырға ғына түгел, ә балаларыбыҙ үҫешкән мөхитте бөтөнләй икенсе кимәлгә күтәрергә мөмкинлек бирер, – тип