Саҡмағош үҙәк район дауаханаһының автопаркы, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, ике машина менән тулыланды. – Милли проектты тормошҡа ашырыу беҙҙең алда медицина хеҙмәттәрен яңыртыуҙа яңы офоҡтар аса. Яңыртылған автопарк беҙгә пациенттарға тиҙерәк һәм сифатлыраҡ медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирә. Яңы автомобилдәрҙең киңәйтелгән функциялары медицина хеҙмәтләндереүен юғары кимәлгә күтәрергә һәм ярҙамдың бөтә этаптарында хәүефһеҙлекте тәьмин итергә булышасаҡ, – тип белдерҙе Саҡмағош үҙәк район дауаханаһының баш табибы Сергей Тарасов. Яңы автомобилдәр сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы оҙатыуға яраҡлаштырылған. Был табиптар өсөн дә, пациенттар өсөн дә ҙур уңайлыҡ тыуҙыра. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалғ