Бөгөн төндә Өфөлә термометр бағаналары –29...31 градус күрһәтте. Әлеге ваҡытта – 21...24 градус арауығында. Башҡортостандың төньяҡ һәм таулы райондарында төндә – 36...39 градус теркәлгән урындар булған. Алдағы ял көндәрендә лә ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ, ти синоптиктар. Шишәмбенән, 27 ғинуарҙан, бер аҙ йылыта: көндөҙ –13...16, төндә –18+..20 градус. Һыуыҡ көндәрҙә электр ҡорамалдары менән һаҡ эш итегеҙ, мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Фото: Розалия Хисаева. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!