Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Йығылһаҡ та, тороп баҫырға көс таптыҡ”

Лилиә һәм Илмир Минһажевтарҙың оло һәм берҙәм ғаиләһе Саҡмағош ауылында йәшәй. Икеһе лә йәмле тәбиғәт ҡосағында ошо төбәктең саф һауаһын һулап, шишмә һыуын эсеп үҫкән йәштәр бик күп тиҫтерҙәре кеүек сит тарафтарға китмәй тыуған яғында төпләнгән һәм был аҙымдарына һис кенә лә үкенмәй. Лилиә Кушнаренколағы педагогия колледжын тамамлаған, Илмир ир-атҡа хас булған күп һөнәрҙәрҙе үҙ иткән, ҙур һорау менән файҙаланған иретеп йәбештереүсе һөнәрен һайлаған. Бөгөн уларҙың татыу ғаиләһендә 12 йәшлек Имил, 10 йәшлек Камил һәм 10 айлыҡ Ҡәйүм исемле улдары үҫә. Ошо күркәм ғаилә менән тынғыһыҙ эшҡыуарҙарҙың үҙ ҡулдары, аҡылы һәм теләге менән булдырылған балалар өсөн ял һәм күңел асыу үҙәгендә таныштыҡ. Йәштәрҙең ҙур хеҙмәте, тырышлығы һәм ныҡышлығы менән ауылда барлыҡҡа килгән был үҙәк көтөлгәндән дә яҡшыраҡ, мөһабәтерәк, иркенерәк булыуы, төптән уйлап эшләнеүе менән хайран ҡалдырҙы. Моғайын, йорттарында үҫкән береһенән-береһе кесерәк балаларының зауығына, ихтыяжына ҡарап та был уңайлы уйын майҙанда
Оглавление
    “Йығылһаҡ та, тороп баҫырға көс таптыҡ”
“Йығылһаҡ та, тороп баҫырға көс таптыҡ”

“Йығылһаҡ та, тороп баҫырға көс таптыҡ”

Балаларығыҙҙың ялын күңелле үткәргегеҙ килһә, "Джунгли Парк" үҙәгенә килегеҙ!

Лилиә һәм Илмир Минһажевтарҙың оло һәм берҙәм ғаиләһе Саҡмағош ауылында йәшәй. Икеһе лә йәмле тәбиғәт ҡосағында ошо төбәктең саф һауаһын һулап, шишмә һыуын эсеп үҫкән йәштәр бик күп тиҫтерҙәре кеүек сит тарафтарға китмәй тыуған яғында төпләнгән һәм был аҙымдарына һис кенә лә үкенмәй.

Лилиә Кушнаренколағы педагогия колледжын тамамлаған, Илмир ир-атҡа хас булған күп һөнәрҙәрҙе үҙ иткән, ҙур һорау менән файҙаланған иретеп йәбештереүсе һөнәрен һайлаған. Бөгөн уларҙың татыу ғаиләһендә 12 йәшлек Имил, 10 йәшлек Камил һәм 10 айлыҡ Ҡәйүм исемле улдары үҫә. Ошо күркәм ғаилә менән тынғыһыҙ эшҡыуарҙарҙың үҙ ҡулдары, аҡылы һәм теләге менән булдырылған балалар өсөн ял һәм күңел асыу үҙәгендә таныштыҡ. Йәштәрҙең ҙур хеҙмәте, тырышлығы һәм ныҡышлығы менән ауылда барлыҡҡа килгән был үҙәк көтөлгәндән дә яҡшыраҡ, мөһабәтерәк, иркенерәк булыуы, төптән уйлап эшләнеүе менән хайран ҡалдырҙы. Моғайын, йорттарында үҫкән береһенән-береһе кесерәк балаларының зауығына, ихтыяжына ҡарап та был уңайлы уйын майҙандары, ял итеү бүлмәләре булдырылғандыр. Балаларҙың ата-әсә өсөн дәртләндереүсе көс, алға әйҙәүсе илһам сығанағы булыуын яҡшы беләбеҙ.

“Джунгли Парк” үҙәгенең исеме матур яңғыраһа ла, балалар өсөн бындай ял һәм уйын майҙандары ойоштороусыларҙан ҙур яуаплылыҡ, өлгөрлөк, һиҙгерлек талап итә. Йәшенә ҡарап һәр бала өсөн ҡыҙыҡлы, үҫеү өсөн хәрәкәтле уйындар ойоштороуҙан тыш, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү, ҡорамалдарҙың зарарһыҙ булыуы үтә мөһим. Минһажевтарҙың ҡуртымға алған үҙәк майҙаны бик иркен, шуға күрә ҡуртым хаҡы ла байтаҡ – айына 250 мең һум түләргә тура килә. Ата-әсәләр балаларының тыуған көндәрен тап ошо үҙәктә үткәрергә ғәҙәтләнгән. Бер юлы ике-өс баланың байрамдарын үткәреү өсөн мөмкинлек бар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн стеналарына күңелле һүрәттәр төшөрөлгән, зауыҡ менән биҙәлгән ҡунаҡ бүлмәләре ойошторолған. Ошонда уҡ кафе эшләй, ретро әйберҙәр бүлмәһе бар, балалар өсөн кәрәк-яраҡ, матур уйынсыҡтар һатыла.

– Беҙгә хәҙер балалары менән ҡунаҡҡа Саҡмағоштан ғына түгел, Шаран, Илеш, Бүздәк, Баҡалы, Дүртөйлө райондарынан да киләләр. Айырыуса ял көндәре, киске ваҡытта үҙәк гөр килеп тора. Күп балалар ата-әсәһе, өләсәй-олатаһы менән килергә ғәҙәтләнгән, сөнки өлкәндәр өсөн дә ял урындары, ҡунаҡ булыу урындары ойошторолған. Администраторҙар һәр кемде йылмайып ҡаршы ала, аниматорҙар балалар менән төрлө мауыҡтырғыс уйындар, ярыштар ойоштора, – тип үҙәк эше менән таныштыра Лилиә.

Төрлө аттракциондар, батуттар, лабиринттар, аэрохоккей, үрмәләргә лә, “йөҙөргә” лә, йүгерергә лә мәжбүр итеүсе уйын ҡоролмалары көнө буйы бында күңел асырға, бай тәьҫораттар алырға шарттар тыуҙыра. Ошо ҙур майҙанды йомшаҡ келәмдәр биләгән, йөрөү өсөн бик уңайлы, һәр ерҙә таҙалыҡ күҙгә бәрелә, аниматор бүлмәһе бар.

Өс бала тәрбиәләгән йәштәрҙең ҡыҫҡа ваҡытта ғәйәт ҙур проектҡа тотоноп, уны үтәп сығыуы үҙе ҡыйыулыҡ билдәһе. “Кемдең идеяһы ине был үҙәкте ойоштороу?” тигән һорауға икеһе лә “был беҙҙең икебеҙҙең дә күптәнге хыял ине”, тип яуапланы.

– Беҙ өйләнешкәс тә ғаилә бизнесын ойоштороу уйы менән яндыҡ. Тәүҙә телефон һатыу менән булыштыҡ, аҙаҡ шашлыҡ бешереү менән шөғөлләндек, кейем-һалым һатыу менән дә мауығып ҡараныҡ. Ниңәлер береһе лә күңелгә ятманы, бергәләп уйлашҡандан һуң һатыуҙан хеҙмәт күрһәтеүгә күсергә ҡарар иттек. Тәүҙә асҡан эшҡыуарлыҡ ойошмаларын яптыҡ. Йығылһаҡ та, яңынан торорға үҙебеҙҙә көс таптыҡ. Хәҙер беҙҙе бер ни ҙә ҡурҡытмай – сыныҡтыҡ. Моғайын, эшҡыуарлыҡта үҙ урыныбыҙҙы тапҡанбыҙҙыр. Ошо эшкә дәртләнеп тотонғас, хатта өсөнсө улыма ауырлы йөрөгәндә шатлығымдан түҙмәйенсә ремонт эштәрендә ҡатнашырға килә торғайным. Атай-әсәйебеҙ беҙгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтте, туғандарыбыҙҙың ныҡлы таянысын тойҙоҡ, ремонт эштәрен бергәләп башҡарҙыҡ. Тәүҙә кредит алдыҡ, келәм, ҡорамалдар, уйынсыҡтар ҡиммәткә төштө. Үҙәк эшен ойоштороу программаларына ярашлы башҡарабыҙ, айлыҡ эш планыбыҙ бар, – ти Лилиә. – Ә пландар ғәмәлдә тағы ла ҙурыраҡ – киләсәктә Илмир менән ял базаһы булдырыу уйы менән янабыҙ.

Беҙ Минһажевтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһенең тормошта ниндәй хәл-ваҡиғалар тыуғанда ла һынмаясағына, йығылғанда ла яңынан үҙҙәрендә көс табасағына, хыялдарына ирешәсәгенә ышанабыҙ, сөнки уларҙы тайғанда ла алға әйҙәүсе, дәртләндереүсе улдары – өс тағаны бар.

Динә Арыҫланова.

Саҡмағош районы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ҙур һәм татыу ғаилә – дәүләттең ышаныслы нигеҙе.

Балаларҙың ялын күңелле үткәргегеҙ килһә, Минһажевтар үҙәгенә килегеҙ!