28 – 30 ғинуарҙа Өфөлә “Бәләкәй Ватан – Рәсәй көсө” III Рәсәй муниципаль форумы була. Унда биләмәләрҙе үҫтереүҙең иң яҡшы өлгөләре, туризм өлкәһендәге, тарихи мираҫты һаҡлау проекттары күрһәтеләсәк. Араларында Стәрлетамаҡтан “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсылыҡ фестивале лә бар. Ул ҡаланың тарихи үҙәгендә – Октябрь революцияһына тиклем сауҙагәр йәрминкәләре уҙған урында – 2021 йылдан алып ойошторола. Фестивалдә уҙған быуаттарҙағы мөхит булдырыла һәм уға заманса элементтар өҫтәлеп, көнүҙәк мәғәнә бирелә. Стәрлетамаҡтар ошо рәүешле тарихты бөгөнгө үҫеш өсөн уңышлы файҙалана. Сара барышында Салауат Юлаев исемендәге сквер сауҙагәрҙәр, ҡул оҫталары, артистар, һатып алыусылар йыйылған, аҙыҡ-түлек майҙансыҡтары булған өйәҙ майҙансығына әйләнә. Уны биҙәү менән тәжрибәле декораторҙар шөғөлләнә. Был эштә XIX быуаттың аҙағы – XX быуат башындағы стиль ҡулланыла. Рестораторҙар ризыҡты рус мейесендә әҙерләй. “Сауҙагәр 2.0” атамаһында проекттың идеяһы сағылыш тапҡан: үткән һәм яңы дәүерҙе егәрле, яуаплы йүнселд