Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы Артур Хәсәнов социаль селтәрҙә “Һәләк булған, тигән имеш-мимешкә ышанмағыҙ, зинһар” тип үҙенең яҙылыусыларын тынысландырҙы. Артур Хәсәнов мобилизация ваҡытында Филүс Ҡаһиров репертуарынан “Кейек ҡаҙ юлдары” йырын башҡарып киң танылыу яуланы, видеоһы социаль селтәрҙәрҙә ҙур тиҙлек менән таралды. Уның вокаль һәләтен билдәле башҡорт һәм татар йырсылары юғары баһаланы. Бөгөн “Хәсән” позывнойын алған яҡташыбыҙ хәрби бурыстарын уңышлы үтәп йөрөй. Ижад итергә лә өлгөрә, бер нисә композиция сығарған. Шул уҡ ваҡытта отпускыға ҡайтҡанында концерттарҙа һәм фестивалдәрҙә сығыш яһай. Барыһы ла иҫән-һау булып, еңеү менән тиҙерәк өйҙәренә ҡайтһындар тип теләйбеҙ! Фото: Артур Хәсәнов, социаль селтәрҙәр.