Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Көслө айғыр бүреләр көтөүенә ҡаршы һуғыша

Аттар менән бәйле халыҡ хәтерендә төрлө легендалар йәшәй. Ул телдән-телгә күсә бара. Миәкә районының Боғҙан ауылы эргәһендәге бер урын да “Кире айғыр тау араһы” тип йөрөтөлә. Бик күптән булған был ваҡиға әле лә онотолмаған. Ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, халыҡ мәғарифы отличнигы Кәбир Ноғомановтан был урындың легендаһы тураһында һөйләүен һораныҡ. Борон Кире айғыр тигән бик көслө ат булған ауылда. Бер өйөр аттарҙы ул үҙе һаҡлап тибенгә алып йөрөгән, уларҙың көтөүсеһе булмаған. Ауыл халҡы бик һоҡланған уға. Ҡарлы-боҙло бер көндә аттар тибендә тауҙа йөрөгәндә уларға бер өйөр бүре һөжүм итә. Аттар ҡолондарҙы уртаға алып, уларҙы йыртҡыстарҙан һаҡларға тырыша. Айғыр был ваҡыт бер үҙе бүреләргә ҡаршы сыға. Ҡайһыһын тешләп, ҡайһыһын тибеп аттарға яҡын юлатмай уларҙы. Кире айғырҙың бүреләр менән һуғышҡан, асырғанып кешнәгән тауышы ауылға тиклем ишетелеп торған. Бүреләр көтөүе лә көслө булып сыға. Ҡаты алыш мәлендә айғыр боҙға тайып йығылып китә. Быны көтөп тор
Оглавление
    Көслө айғыр бүреләр көтөүенә ҡаршы һуғыша
Көслө айғыр бүреләр көтөүенә ҡаршы һуғыша

Көслө айғыр бүреләр көтөүенә ҡаршы һуғыша

Үкенескә, аҙағы фажиғәле тамамлана...

Аттар менән бәйле халыҡ хәтерендә төрлө легендалар йәшәй. Ул телдән-телгә күсә бара. Миәкә районының Боғҙан ауылы эргәһендәге бер урын да “Кире айғыр тау араһы” тип йөрөтөлә. Бик күптән булған был ваҡиға әле лә онотолмаған.

Ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, халыҡ мәғарифы отличнигы Кәбир Ноғомановтан был урындың легендаһы тураһында һөйләүен һораныҡ.

Борон Кире айғыр тигән бик көслө ат булған ауылда. Бер өйөр аттарҙы ул үҙе һаҡлап тибенгә алып йөрөгән, уларҙың көтөүсеһе булмаған. Ауыл халҡы бик һоҡланған уға.

Ҡарлы-боҙло бер көндә аттар тибендә тауҙа йөрөгәндә уларға бер өйөр бүре һөжүм итә. Аттар ҡолондарҙы уртаға алып, уларҙы йыртҡыстарҙан һаҡларға тырыша. Айғыр был ваҡыт бер үҙе бүреләргә ҡаршы сыға. Ҡайһыһын тешләп, ҡайһыһын тибеп аттарға яҡын юлатмай уларҙы. Кире айғырҙың бүреләр менән һуғышҡан, асырғанып кешнәгән тауышы ауылға тиклем ишетелеп торған.

Бүреләр көтөүе лә көслө булып сыға. Ҡаты алыш мәлендә айғыр боҙға тайып йығылып китә. Быны көтөп торған күмәк бүре уға ташлана һәм атты харап итә.

Айғырҙың бүре өйөрө менән һуғышҡан тау араһына “Кире айғыр” тигән исем бирелә. Яйлап халыҡ теленә ул ҡыҫҡартылып Кирайғыр булып инеп китә.

Автор фотоһы.