Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны заманлаштырыу” федераль программаһын (федеральная программа “Модернизация коммунальной инфраструктуры”) тормошҡа ашырыуға ярашлы, 46 сара планлаштырылған. Башҡортостан Рәсәйҙә коммуналь инфраструктураны заманлаштырыу буйынса масштаблы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләй. 2019 йылдан 2024 йылған тиклем республика “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашты. 4 миллиард һумдан ашыу аҡса эсәр һыу сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелде. Ете йыл эсендә үрҙә әйтелгән был суммаға Әбйәлил, Ҡыйғы, Шишмә, Хәйбулла, Кушнарен райондарында һәм Бөрө, Туймазы, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында һыу менән тәьмин итеүҙең 27 объекты файҙаланыуға тапшырылды. Был хаҡта БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр. Сығанаҡ, фото: БР Торлаҡ-коммуналь