“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь") Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы автопаркы LADA Vesta маркалы дүрт автомобиль менән тулыланды. Был турала төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. – Автопаркты яңыртыу халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу буйынса милли маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә. Яңы автомобилдәр табиптарға йыраҡ райондарҙа ваҡытында медицина ярҙамын күрһәтергә булышлыҡ итәсәк, - ти дауахананың баш табибы Илшат Яппаров. Еңел автомобилдәр дүрт пассажирҙы ултыртыуға тәғәйенләнгән. Унда һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләрҙе лә алырға мөмкин. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегендә яңы күрһәткестәргә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем, 2036 йылға 81 йәшкә тиклем еткереү ниәтләнә. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.