Өфө ҡалаһында быйыл күп ҡатлы 15 йортта ремонт башлана. Ул дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау буйынса республика программаһына ярашлы башҡарыла. Баш ҡаланың Һәҙиә Дәүләтшина бульварындағы 17/1-се йортта, мәҫәлән, электр тәьминәте системаһы алмаштырылды. Туғыҙ ҡатлы был йорт 1980 йылда һалынған һәм һигеҙ мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй. Унда түбәндәге эштәр башҡарылды: – лифттарҙы эшләтеү һәм инженерлыҡ структураһын тәьмин итеүсе электр селтәрен яңыртыу; – йортҡа ингән электрҙы бүлгеләү системаһы; – йорт эсендәге айырым бүлгеләү төркөмдәре һәм яҡтыртҡыстар; – ҡаттарҙағы автоматик һүндергестәр һәм һәр фатирға айырым иҫәпләгес урынлаштырыу; – иҫке плафондар урынына энергияны аҙ тотоноусы һәм тиҙ ватылмай торған светодиод лампалары ҡуйыу. Был ремонт эштәренең заказсыһы – “Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы” коммерцияға ҡарамаған фонды. Бөтә ремонт эштәре өс айҙа тамамланды һәм сығымдар, планға ярашлы, 52 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Зилә СӘҒӘҘИЕВА, Өфө ҡалаһы Һәҙиә Дәү