Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

12-13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте

Быйыл 40-сы тапҡыр ойошторолған телһөйәрҙәр бәйгеһе йылдағыса Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҙғарылды һәм Өфөнөң балалар филармонияһы залында уға йомғаҡ яһалды. Олимпиадала республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларынан, күрше Силәбе, Ырымбур, Һамар һәм Ҡурған өлкәләренән барлығы 372 уҡыусы ҡатнашты. Милли мәктәптәр, башҡорт гимназия-лицейҙары араһында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр, рус мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыусылар, башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ башлап өйрәнеүселәр һәм дауам итеүселәр эштәрҙе айырым үтәне. Бәйгеселәр өс турҙа һынау тотто: викторина һорауҙарына яуап бирҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, республикабыҙ халыҡтары мәҙәниәте буйынса тест эшләне, текст өҫтөндә эш башҡарҙы һәм жюри ағзалары менән әңгәмәләште. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты уҡыусылары ла һынатманы. Белем бәйгеһендә 9-класс уҡыусыһы Күсәмишева Илзидә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп, олимпиада призеры булды. Ә 11-се клас

12-13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Быйыл 40-сы тапҡыр ойошторолған телһөйәрҙәр бәйгеһе йылдағыса Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҙғарылды һәм Өфөнөң балалар филармонияһы залында уға йомғаҡ яһалды.

Олимпиадала республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларынан, күрше Силәбе, Ырымбур, Һамар һәм Ҡурған өлкәләренән барлығы 372 уҡыусы ҡатнашты. Милли мәктәптәр, башҡорт гимназия-лицейҙары араһында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр, рус мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыусылар, башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ башлап өйрәнеүселәр һәм дауам итеүселәр эштәрҙе айырым үтәне.

Бәйгеселәр өс турҙа һынау тотто: викторина һорауҙарына яуап бирҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, республикабыҙ халыҡтары мәҙәниәте буйынса тест эшләне, текст өҫтөндә эш башҡарҙы һәм жюри ағзалары менән әңгәмәләште.

Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты уҡыусылары ла һынатманы. Белем бәйгеһендә 9-класс уҡыусыһы Күсәмишева Илзидә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп, олимпиада призеры булды.

Ә 11-се класс уҡыусыһы Юнысова Алтынай бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университеты дипломы һәм махсус призына лайыҡ булды.

Илзидә менән Алтынайҙы,уларҙың остазы, етәксеһе Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы Йәнбирҙинаны уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ! Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙына олимпиадаға лайыҡлы әҙерләгәне,ҙур көс һалғаны өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Гел шулай уңыштарығыҙ күп булһын!