Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Илдә 40-тан ашыу социаль түләүгә индексация яһала

1 февралдән Әсәлек капиталы 963 һумға тиклем күтәрелә. Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ошо турала белдерҙе. "Яңы сертификаттарға, элек бирелгәндәренең ҡалған өлөшөнә лә аҡса өҫтәлә. Беренсе сабый тыуғанда 729 мең, икенсе һәм башҡа балалар өсөн 963 һум бирелә”, - тине ул. Бала тыуғандан һуң бер тапҡыр түләнә торған пособие ла индексациялана. Уның суммаһы 28 мең һум була. “Герой-әсә” исемен йөрөткән ҡатындарға 76 мең һум ҡарала. Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, Рәсәй һәм Хеҙмәт Геройҙарына, өс төркөмгә ҡараған инвалидтарға ла түләүҙәр арта.

Илдә 40-тан ашыу социаль түләүгә индексация яһала.

1 февралдән Әсәлек капиталы 963 һумға тиклем күтәрелә. Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ошо турала белдерҙе.

"Яңы сертификаттарға, элек бирелгәндәренең ҡалған өлөшөнә лә аҡса өҫтәлә. Беренсе сабый тыуғанда 729 мең, икенсе һәм башҡа балалар өсөн 963 һум бирелә”, - тине ул.

Бала тыуғандан һуң бер тапҡыр түләнә торған пособие ла индексациялана. Уның суммаһы 28 мең һум була. “Герой-әсә” исемен йөрөткән ҡатындарға 76 мең һум ҡарала. Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, Рәсәй һәм Хеҙмәт Геройҙарына, өс төркөмгә ҡараған инвалидтарға ла түләүҙәр арта.