Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Прогрестың һәр яңы этабы үткәндәге ҡаҙаныштарҙы тулыһынса тиерлек юҡҡа сығара

Бөгөн махсус хәрби операцияла ла «дрон революцияһы»н кисерәбеҙ. Пилотһыҙ технологиялар сәнәғәт техникаһы ҡеүәтен көндән-көн юҡҡа сығара бара. Күктә дрондар хакимлыҡ иткәндә хәрби техника һәм башҡа транспорт саралары элекке кеүек иркен хәрәкәт итә алмай. Өҫтөнлөккә өлгәшеү өсөн һан кәрәк. Дрон операторҙары һәм һауала дрон үҙе күберәк булған һайын, Еңеү ҙә яҡыныраҡ буласаҡ... Башҡортостан ике йыл эсендә махсус хәрби операция зонаһына 10 меңдән ашыу дрон оҙатты. Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров 1 апрелдән пилотһыҙ осоу аппараттарын оҙатыу күләмен 50 процентҡа арттырырға ҡушты. Ирекмән, эшҡыуар, йәмәғәт лидеры Данис Йыһаншин да махсус хәрби операция зонаһындағы хәл-торошон ишетеп кенә белмәй, ундағы яугирҙар менән шәхсән осрашып, ябай халыҡ көсө менән йыйылған матди ярҙамға Белоретта эшләнгән "ҡошсоҡ"тарҙы һынауҙа ҡатнаша һәм уларҙы Башҡортостан полктарына тапшыра. 2024 йылдың июненән 2025 йылдың йәйенә тиклем район-ҡала халҡынан, башҡа өлкәләрҙә йәшә

Прогрестың һәр яңы этабы үткәндәге ҡаҙаныштарҙы тулыһынса тиерлек юҡҡа сығара. Бөгөн махсус хәрби операцияла ла «дрон революцияһы»н кисерәбеҙ. Пилотһыҙ технологиялар сәнәғәт техникаһы ҡеүәтен көндән-көн юҡҡа сығара бара. Күктә дрондар хакимлыҡ иткәндә хәрби техника һәм башҡа транспорт саралары элекке кеүек иркен хәрәкәт итә алмай. Өҫтөнлөккә өлгәшеү өсөн һан кәрәк. Дрон операторҙары һәм һауала дрон үҙе күберәк булған һайын, Еңеү ҙә яҡыныраҡ буласаҡ...

Башҡортостан ике йыл эсендә махсус хәрби операция зонаһына 10 меңдән ашыу дрон оҙатты. Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров 1 апрелдән пилотһыҙ осоу аппараттарын оҙатыу күләмен 50 процентҡа арттырырға ҡушты.

Ирекмән, эшҡыуар, йәмәғәт лидеры Данис Йыһаншин да махсус хәрби операция зонаһындағы хәл-торошон ишетеп кенә белмәй, ундағы яугирҙар менән шәхсән осрашып, ябай халыҡ көсө менән йыйылған матди ярҙамға Белоретта эшләнгән "ҡошсоҡ"тарҙы һынауҙа ҡатнаша һәм уларҙы Башҡортостан полктарына тапшыра.

2024 йылдың июненән 2025 йылдың йәйенә тиклем район-ҡала халҡынан, башҡа өлкәләрҙә йәшәгәндәрҙән 5 млн. 508 мең һум аҡса йыйылған. Был суммаға йәмғеһе 187 "бөркөт" йыйылып, йәмәғәтсе Данис Сәйетмырҙа улы яугирҙарға шәхсән алып барып тапшырҙы. 2025 йылдың авгусынан бөгөнгө көнгә тиклем йыйылған 1 млн.190 мең һумға 50 килограмға тиклем йөк күтәреүсәнлеге булған өс бәләкәй, 150 килограмға тиклемге өс ҙур ҡул арбаһы эшләнде. Шулай уҡ бер ҙур арбаны комплектлау өсөн запчастар бар.

- Арбаларҙың 4-әүһе махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды, 2-әүһен оҙаҡламай ебәрәсәкбеҙ. Дүрт ер өҫтө дроны алғы һыҙыҡта булһа, ҡалған 2-әүһен "Башҡортостан" полкына тапшырыу планлаштырыла.

Үкенескә күрә, махсус хәрби операция зонаһындағы подразделениеларҙың күптәре пилотһыҙ осоу аппараттары менән тәьмин ителмәгән. Ер өҫтө генә түгел, һауа дрондарына ла ихтыяж кисерәбеҙ. Был йәһәттән көстәр тигеҙ түгел. Быны Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылы менән сағыштырыр инем. Хәрби техникалы дошманға винтовка менән ҡаршы сыҡҡан кеүекбеҙ. Егеттәребеҙ ҡораллы, дронлы неонацистарға ҡаршы көрәшергә мәжбүр. Дрондар күберәк булһа, кемдәрҙеңдер атаһының, улының, яҡынының ғүмере һаҡланып ҡалыр ине. Шуға ла уларға алғы һыҙыҡтағылар мохтаж. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш тамамланырға уйламай әле. Дрондарҙы йыйыуҙы дауам итергә кәрәк. Тәүге йыл менән сағыштырғанда, халыҡтан аҡса йыйыу ҙа ҡатмарлашты. Райондаштарҙан "ҡошсоҡ"тарҙы комплектлау өсөн генә аҡса йыйыла, ә егеттәргә эш хаҡы түләү, башҡа кәрәк-яраҡтар өсөн сығымдар, әҙер аппараттарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә алып барыуҙы үҙ өҫтөбөҙгә алғанбыҙ ҙа инде. Шуға ла әүҙемерәк булайыҡ, белореттар! Һәр яугирҙың ғүмере, уның Еңеүгә индергән өлөшө лә беҙҙән тора бит!