Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Ауылыма

Мөрйәләрҙә төтөн бейей, Ауылым саҡыралыр. Табаныма тамыр тиртеп, Тыуған яғым тарталыр. Ҡайтып киләм. Һағыныуҙан Үйҙар алға йүгерә. Болоттар булып ағыла, Нурҙар төҫлө түгелә. Һәр тарафта йөҙҙәр таныш, Урам таныш, йорт таныш. Ҡаршы сығып эт өрһә лә Йөрәгемә ҡыүаныс. Киң күңелле ауылдаштың Йылмайыулы ҡарашы. Борҡоған самауыр сәйе, Боҫраған ҡайнар ашы. Тыуған йорт та көләс йөҙлө, Баш ҡағып иҫәнләшә. Ҡолас йәйеп ҡаршылаған Яҡындарым өндәшә. Һауаларҙа осҡандаймын Мин тыуған ауылымда. Йөрәгемдең һәр тибеше Бәхетле итә бында. Әлфиә Әсәҙуллина

Ауылыма.

Мөрйәләрҙә төтөн бейей,

Ауылым саҡыралыр.

Табаныма тамыр тиртеп,

Тыуған яғым тарталыр.

Ҡайтып киләм. Һағыныуҙан

Үйҙар алға йүгерә.

Болоттар булып ағыла,

Нурҙар төҫлө түгелә.

Һәр тарафта йөҙҙәр таныш,

Урам таныш, йорт таныш.

Ҡаршы сығып эт өрһә лә

Йөрәгемә ҡыүаныс.

Киң күңелле ауылдаштың

Йылмайыулы ҡарашы.

Борҡоған самауыр сәйе,

Боҫраған ҡайнар ашы.

Тыуған йорт та көләс йөҙлө,

Баш ҡағып иҫәнләшә.

Ҡолас йәйеп ҡаршылаған

Яҡындарым өндәшә.

Һауаларҙа осҡандаймын

Мин тыуған ауылымда.

Йөрәгемдең һәр тибеше

Бәхетле итә бында.

Әлфиә Әсәҙуллина