, Ниндәй саф һауа, саф һауа! Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ, Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ; Ҡырға барайыҡ, барайыҡ Юлдар ярайыҡ, ярайыҡ. Биттәр ал булыр ал булыр, Яҡшы ял булыр, ял булыр! - тип өсөнсө йыл рәттән Иҫке Сибай урта мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, ата- әсәйҙәр бөгөн саңғы шыуырға сыҡтылар. Был сара хәрби- патриотик айлыҡтың, атайҙар ҡороноң пландарына ярашлы ойошторолдо. Йылдағыса, ҡатнашыусылар көр күңел, йән- тән менән ял итеп ҡайттылар.