Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Бөгөн Ниғәмәт ауылының хоккей майҙансығында БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры Һибәтуллин Нурмөхәмәт

Мырҙағәле улының тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған быйма менән хоккей ярышы үтте. Унда Ниғәмәттән - ике, Икенсе Этҡолдан бер команда ҡатнашты. Ярыш 40 йәштән өлкән ир-егеттәр араһында булыуына ҡарамаҫтан бик көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә Ниғәмәттән Рахманғолов урамы командаһы - 3-сө, Икенсе Этҡол командаһы - 2-се, Ниғәмәт урамы командаһы 1-се урын яуланы. Әйткәндәй, Ниғәмәт урамы бик яҡшы уйын күрһәтте һәм өсөнсө йыл рәттән күсмә кубокты алыуға иреште. Айырым номинацияларҙа "Иң яҡшы уйынсы"- Арсланов Рауил, "Иң яҡшы һөжүмсе"- Утарбаев Самат, "Иң яҡшы ҡапҡасы"- Ғатауллин Ижат, "Иң яҡшы һаҡсы"- Ғүмәров Айнур, "Иң оло уйынсы"- Ғәббәсов Йәүҙәт танылды. Уйынсыларға грамота, миҙал, бүләктәр тапшырылды. Ярышты данлыҡлы механизаторҙың улы Ринат Һибәтуллин ойошторҙо, уның ғаиләһе уйынсыларҙы эҫе сәй менән һыйланы. Әйткәндәй, Ниғәмәттә аҙна һайын хоккей ярыштары үтә, афарин!

Бөгөн Ниғәмәт ауылының хоккей майҙансығында БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры Һибәтуллин Нурмөхәмәт Мырҙағәле улының тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған быйма менән хоккей ярышы үтте. Унда Ниғәмәттән - ике, Икенсе Этҡолдан бер команда ҡатнашты. Ярыш 40 йәштән өлкән ир-егеттәр араһында булыуына ҡарамаҫтан бик көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә Ниғәмәттән Рахманғолов урамы командаһы - 3-сө, Икенсе Этҡол командаһы - 2-се, Ниғәмәт урамы командаһы 1-се урын яуланы. Әйткәндәй, Ниғәмәт урамы бик яҡшы уйын күрһәтте һәм өсөнсө йыл рәттән күсмә кубокты алыуға иреште. Айырым номинацияларҙа "Иң яҡшы уйынсы"- Арсланов Рауил, "Иң яҡшы һөжүмсе"- Утарбаев Самат, "Иң яҡшы ҡапҡасы"- Ғатауллин Ижат, "Иң яҡшы һаҡсы"- Ғүмәров Айнур, "Иң оло уйынсы"- Ғәббәсов Йәүҙәт танылды. Уйынсыларға грамота, миҙал, бүләктәр тапшырылды.

Ярышты данлыҡлы механизаторҙың улы Ринат Һибәтуллин ойошторҙо, уның ғаиләһе уйынсыларҙы эҫе сәй менән һыйланы.

Әйткәндәй, Ниғәмәттә аҙна һайын хоккей ярыштары үтә, афарин!

-2
-3
-4
-5
-6
-7