2026 йылдың 1 ғинуарынан страховка пенсияһы 7,6 процентҡа индексацияланды, был ағымдағы йыл йомғаҡтары буйынса көтөлгән инфляциянан юғарыраҡ. Хәрби пенсиялар ҙа үҙгәрә: аҡсалата тәьминәт коэффициенты 93,59 процентҡа тиклем арттырыла, октябрҙә лә артыуы көтөлә. Шулай уҡ 1 февралдән бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие арта - 28 773 һум. Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие - кәмендә 10 790 һум, ә страховкаланған шәхестәр өсөн иң күбе 83 мең һум була. 17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр йәшәү минимумы нигеҙендә иҫәпләнә, 2026 йылда ул 18 939 һумға еткерелә. #КискеӨфө