Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡара сәйгә ошоно өҫтәһәң...

Көҙгө һалҡын кистә хуш еҫле, эҫе ҡара сәйҙән нимә яҡшыраҡ була ала? Кемдер уны ҡайнатма менән эсә, кемдер лимон өҫтәй. Әммә туҡланыу буйынса белгес сәйгә башҡа бер компонент өҫтәү уның бөтә файҙалы үҙенсәлектәрен көсәйтә тип һөйләне. Тәүҙә шуны билдәләп үтергә кәрәк: ҡара сәй донъялағы иң популяр эсемлектәрҙең береһе булып ҡала. Эш шунда, уның составында теафлавиндар һәм теарубигиндар, күҙәнәктәрҙе емереүҙән һаҡлаған ҡеүәтле полифенолдар бар. Улар йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын нығыта, нервы системаһының эшен тәьмин итә. Шулай итеп, белгес билдәләүенсә, ҡара сәйҙе бөтнөк менән берләштереү айырыуса файҙалы. Был тәмле генә түгел: ментол, антиоксиданттар һәм органик кислоталар эсемлектең тәьҫирен көсәйтә, уға антисептик һәм тынысланыу үҙенсәлектәре бирә. Бындай сәй баш ауыртыуын, көсөргәнеште кәметергә, һалҡын тейгәндә тын алыуҙы еңеләйтергә һәм аш һеңдереүҙе яҡшыртырға ярҙам итә. Сәйҙе бөтнөк һалып эсегеҙ! Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Оглавление
    Ҡара сәйгә ошоно өҫтәһәң...
Ҡара сәйгә ошоно өҫтәһәң...

Ҡара сәйгә ошоно өҫтәһәң...

Бындай эсемлек баш ауыртыуын, көсөргәнеште кәметергә, һалҡын тейгәндә тын алыуҙы еңеләйтергә һәм аш һеңдереүҙе яҡшыртырға ярҙам итә.

Көҙгө һалҡын кистә хуш еҫле, эҫе ҡара сәйҙән нимә яҡшыраҡ була ала? Кемдер уны ҡайнатма менән эсә, кемдер лимон өҫтәй. Әммә туҡланыу буйынса белгес сәйгә башҡа бер компонент өҫтәү уның бөтә файҙалы үҙенсәлектәрен көсәйтә тип һөйләне.

Тәүҙә шуны билдәләп үтергә кәрәк: ҡара сәй донъялағы иң популяр эсемлектәрҙең береһе булып ҡала. Эш шунда, уның составында теафлавиндар һәм теарубигиндар, күҙәнәктәрҙе емереүҙән һаҡлаған ҡеүәтле полифенолдар бар. Улар йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын нығыта, нервы системаһының эшен тәьмин итә.

Шулай итеп, белгес билдәләүенсә, ҡара сәйҙе бөтнөк менән берләштереү айырыуса файҙалы. Был тәмле генә түгел: ментол, антиоксиданттар һәм органик кислоталар эсемлектең тәьҫирен көсәйтә, уға антисептик һәм тынысланыу үҙенсәлектәре бирә. Бындай сәй баш ауыртыуын, көсөргәнеште кәметергә, һалҡын тейгәндә тын алыуҙы еңеләйтергә һәм аш һеңдереүҙе яҡшыртырға ярҙам итә.

Сәйҙе бөтнөк һалып эсегеҙ!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!