Ҡайһы бер гөлдәрҙең тәьҫире тураһында халыҡта төрлө юрауҙар йәшәй. Мәҫәлән, яран гөлө өйҙә йылылыҡ тыуҙыра, бәхет килтерә, күҙ тейеүҙән һаҡлай тип иҫәпләгәндәр. Уның йоҡоһоҙлоҡтан да ярҙам итә тигән фекер йәшәй. Халыҡ ышаныуы буйынса яран гөлөн өйҙә үҫтереү йөккә уҙыу өсөн дә ярҙам итә. Бының өсөн алһыу йәки аҡ төҫтәгеһен үҫтерергә кәңәш иткәндәр. Ул сәскә атһа, хыялығыҙ ҙа тормошҡа ашыр тигәндәр. Ғөмүмән, яран гөлөнөң сәскә атыуы өйгә тыныслыҡ, бәхет килтерә, тигән ышаныу бар. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” гөлөн дә йорттарҙа йыш осратырға була. Спатифиллум уның исеме. Был гөлдөң дә өйгә бәхет килтереүенә ҡағылышлы юрау йәшәй. “Ир-егет бәхете” тигән гөл тураһында ла ошоға оҡшаш ышаныу бар. Антуриум ғаиләгә һөйөү, уңыш килтерә, ир-егеттәргә көс өҫтәй, йорттағы энергетиканы яҡшырта, тиҙәр. Ә бына кактус яңғыҙлыҡты символлаштыра икән. Кактус кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың буласаҡ кейәүҙәрен ҡыуа, тип тә әйтәләр. Сәнки ул яңғыҙлыҡты һаҡлай. Шуға уны гүзәл заттарға бүләк итеп бармайҙар. Автор ф