17 ғинуарҙа Белорет районының Манышты ауылында башҡорт һунарсыһы Биғарслан Солтанов исемендәге Милли һәм этник спорт төрҙәре күп көрәше - Башҡорт биатлоны буйынса 4-се республика турниры уҙҙы. Быйыл Башҡортостандың 25 районынан һәм ҡалаһынан 121 спортсы ҡатнашты. Күптәре бөтә ғаиләһе менән килгән. Иң йәш ҡатнашыусыға һигеҙ, иң олоһона — Белорет районының Усманғәле ауылынан килгән Рәйсә Фәтҡудиноваға 75 йәш. Башҡортостан биатлонының традицион биатлондан айырмаһы шунда: һунар саңғыһында дистанцияны таяҡһыҙ үтергә һәм винтовканан, уҡтан атырға, шулай уҡ йыртҡыс фигураһына һөңгө ташларға кәрәк. Был бәйгелә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров инде өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. - Мин быйыл да ситтә ҡала алманым, ҡатнаштым. Һунар саңғыһында тауға күтәрелеү еңелерәк, әммә төшөү ауыр, сөнки улар тире менән ҡапланған. Манышты халҡы ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүгә яҡшы әҙерләнгән: сәхнә эшләгәндәр, саңғы юлын һалғандар һәм йыһазландырғандар, йылытылған тирмәләр ҡуйғандар. Ҡунаҡсыл хужабикәләр бөтәһен
Башҡорт биатлонында Дәүләт Думаһы депутаты ла, хакимиәт башлығы ла ҡатнашты
18 января18 янв
1 мин