Тәҙрә төбәндә ҡыяр үҫтереүсе Роза Нурғәлиева: “Март башында үҙ ҡыярыңды өҙөп ашау бик күңелле”, -ти. “Йыл һайын төҙрә төбөндә ҡыяр үҫтерәм. Төрлө сорттарҙы һынап ҡарағаным бар. Бер нисә йыл оҙон булып үҫә торған ҡытай ҡыярҙарын һынаным. “Гудвин”, “Шанхайский молодец” кеүек сорттарҙың да ҡыярҙары оҙон булып үҫә, был сорттар яҡтылыҡ етешмәүгә талымһыҙ, үҙенән –үҙе һеркәләнә. Шуға ҡурҡмайса сәсә, үҫтерә алаһығыҙ. Әммә бер кәмселеге – бер ҡыярын үҫтереп бөтмәйенсә, яңыларының үҫеше тотҡарланып тора. Ә ҡыярҙары шаҡтай оҙон, 40 сантимерҙан арта. Быйыл Яңы йыл каникулында өс төп кенә ҡәҙимге партенокарпик гибрид сәстем. “Вкус детства” сортын беренсе тапҡыр һынаным, яҡшы үҫәләр. Ҡыярҙың һауыты ҙур булырға тейеш түгел, бер төпкә кәмендә 5 литрлы һауыт кәрәк. Тупраҡ: биш өлөш ҡара тупраҡҡа бер өлөш Биогумус һәм берешәр стакан перлит һәм көл ҡушып яһалған. Ҡыяр яҡтылыҡ ярата, шуға ул етәрлек булырға тейеш. Фитолампа менән яҡтыртмайынса булмай, юғиһә үҫенте үҫә алмай, йығыласаҡ. Әле хәҙер ҙә тәҙр