Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

17 ғинуар Үрге Яйыҡбай ауылында МХО яугире Салауат Марат улы Ишҡыуатовтың яҡты иҫтәлегенә арналған ат сабышы үтте

Ярыш Ниғәмәт биләмәһе ауылдарының ат һөйөүселәре араһында ойошторолдо. Сараның алып барыусыһы Ниғәмәт ауыл китапханасыһы Г.С. Кейекбаева МХО геройының тормош һәм батырлыҡ юлы менән таныштырҙы. Үрге Яйыҡбай ауылы имам-хатибы Салауат хәҙрәт Салауат Марат улының рухына аят бағышланы. Артабан хәтер һәм спорт ярышына йыйылыусыларҙы Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А. З.Әминев тәбрикләне, Ватаныбыҙҙың ҡаһарман улын үҫтергәндәре өсөн Вәсилә Барый ҡыҙы һәм Марат Хәсән улы Ишҡыуатовтарға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе А.С. Мөхәмәтшин үҙенең сығышында батыр яугирҙәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында бындай саралар ойоштороуҙың ҙур әһәмиәтен билдәләне, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе. Батыр ул үҫтергән Вәсилә һәм Марат Ишҡыуатовтарға ул Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатын тапшырҙы.Ниғәмәт ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары, тыуған төйәген үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергәндәре өсөн Мирза Ильясов, Зөлхәбирә һәм

17 ғинуар Үрге Яйыҡбай ауылында МХО яугире Салауат Марат улы Ишҡыуатовтың яҡты иҫтәлегенә арналған ат сабышы үтте. Ярыш Ниғәмәт биләмәһе ауылдарының ат һөйөүселәре араһында ойошторолдо. Сараның алып барыусыһы Ниғәмәт ауыл китапханасыһы Г.С. Кейекбаева МХО геройының тормош һәм батырлыҡ юлы менән таныштырҙы. Үрге Яйыҡбай ауылы имам-хатибы Салауат хәҙрәт Салауат Марат улының рухына аят бағышланы. Артабан хәтер һәм спорт ярышына йыйылыусыларҙы Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А. З.Әминев тәбрикләне, Ватаныбыҙҙың ҡаһарман улын үҫтергәндәре өсөн Вәсилә Барый ҡыҙы һәм Марат Хәсән улы Ишҡыуатовтарға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе А.С. Мөхәмәтшин үҙенең сығышында батыр яугирҙәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында бындай саралар ойоштороуҙың ҙур әһәмиәтен билдәләне, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе. Батыр ул үҫтергән Вәсилә һәм Марат Ишҡыуатовтарға ул Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатын тапшырҙы.Ниғәмәт ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары, тыуған төйәген үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергәндәре өсөн Мирза Ильясов, Зөлхәбирә һәм Айҙар Ғәйетҡоловтар ҙа Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Сараға йыйылыусыларҙы шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһының «Ватанды һаҡлаусылар» Фонды координаторҙары, яугирҙең ата-әсәһе, туғандары тәбрикләне. Республика, район конкурстары лауреаты Рәил Хәсәнов патриотик рухта йыр башҡарҙы. Ат сабышы өс заезда үткәрелде: өс йәшкә тиклемге тайҙар, өс йәштән өлкән аттар һәм санала аттарҙа ярыш. Ат сабыштары бик ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы. Даян Ғүмәров үҙен ярыштың шәп комментаторы итеп танытты. Балалар өсөн дә арҡан тартышыу, тоҡ кейеп йүгереү кеүек ярыштар ойошторолдо. Ишҡыуатовтар сараға йыйылған халыҡты эҫе былау һәм сәй менән һыйланы. Шулай итеп, өс йәшкә тиклемге аттар сабышында 1-се урынды 2-се Этҡол ауылынан Искәндәр Усманов «Азарт» ҡушаматлы аты менән, 2-се урынды Ниғәмәттән Инйәр Рәхимов «Бешеный» ҡушаматлы аты менән (хужаһы З. Рәхимов), 3-сө урынды 2-се Этҡолдан Рәмзил Ҡаҙаҡбаев «Ҡаҙаҡбай» ҡушаматлы аты менән яуланы.

Өс йәштән өлкән аттар сабышында 1-се урынды Үрге Яйыҡбайҙан Дамир Шарапов «Тайфун» ҡушаматлы аты менән, 2-се урынды Байымдан Ҡорбанғәле Абдуллин «Абрикос» ҡушаматлы аты менән, 3-сө урынды Ниғәмәттән Азат Иҫәнғужин «Буран» ҡушаматлы аты менән (хужаһы Ә. Уразгилдин)алды.

Сана менән аттар ярышында 1-се урынды Ниғәмәттән Нурфәйез Мөхәрләмов «Буян» ҡушаматлы аты менән, 2-се урынды Ниғәмәттән Факил Ниғәмәтуллин «Осҡон» ҡушаматлы аты менән, 3-сө урынды Түбәнге Яйыҡбайҙан Фуат Әмиров «Бумер» ҡушаматлы аты менән яуланы.

Бер үк ваҡытта майҙанда балалар, өлкәндәр өсөн төрлө ярыштар ойошторолдо, ҡеүәтләү ауаздарынан тирә-яҡ гөрләп торҙо.Ат спорты ярыштарында, халыҡ өсөн ойошторолған ярыштарҙа еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды, әүҙем ҡатнашыусылар ҙа приздарһыҙ ҡалманы - уларға Салауат Ишҡыуатовтың ата-әсәһе, туғандары Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Хәтер һәм спорт байрамы юғары ойошҡанлыҡ менән үтте, ул барыһын да хайран итте.

Ҡаһарман яугирҙең исеме бер ҡасан да онотолорға тейеш түгел.Салауат Ишҡыуатов кеүек аҫыл ир-егеттең исеме Ватаныбыҙ тарихына мәңгелеккә уйып яҙылған.