Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Бөгөн - Артист көнө

Был профессиональ байрамды бөйөк К. Станиславскийҙың тыуған көнө - 17 ғинуар үткәрергә ҡарар ителгән һәм быйыл Рәсәйҙә тәүгә билдәләнә. Ошо уңайҙан арҙаҡлы яҡташыбыҙ: йырсы, ҡурайсы, музыкант, композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ йырсыһы, "Һаҡмар" гәзитенең ысын дуҫы Рәмил Париж улы Туйсинды ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәр юллайбыҙ. Рәмил Париж улының йыр сәнғәтен, музыкаһын, айырыуса башҡорт йырын үҫтереүгә, таратыуға һалған көсө баһалап бөткөһөҙ. Рәмил Туйсин үҙен үҙенсәлекле композитор итеп тә танытты.Ул ижад иткән көйҙәр бөгөн ысын мәғәнәһендә халыҡ йыры булараҡ популярлыҡ яулай. Башҡорт атына арналған гимн авторы булараҡ та беләбеҙ беҙ уны. Азамат Тажетдинов исемендәге сәсәндәр, ҡобайыр, шиғыр һәм хикәйә ижад итеүселәр араһындағы төбәк-ара конкурсының һәм башҡа күп сараларҙың төп режиссеры ул. Һаулыҡ, именлек, ижади уңыштар теләйбеҙ, Рәмил Париж улы! Һәр көнөгөҙ илһамлы булһын!

Бөгөн - Артист көнө.

Был профессиональ байрамды бөйөк К. Станиславскийҙың тыуған көнө - 17 ғинуар үткәрергә ҡарар ителгән һәм быйыл Рәсәйҙә тәүгә билдәләнә. Ошо уңайҙан арҙаҡлы яҡташыбыҙ: йырсы, ҡурайсы, музыкант, композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ йырсыһы, "Һаҡмар" гәзитенең ысын дуҫы Рәмил Париж улы Туйсинды ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәр юллайбыҙ.

Рәмил Париж улының йыр сәнғәтен, музыкаһын, айырыуса башҡорт йырын үҫтереүгә, таратыуға һалған көсө баһалап бөткөһөҙ.

Рәмил Туйсин үҙен үҙенсәлекле композитор итеп тә танытты.Ул ижад иткән көйҙәр бөгөн ысын мәғәнәһендә халыҡ йыры булараҡ популярлыҡ яулай.

Башҡорт атына арналған гимн авторы булараҡ та беләбеҙ беҙ уны. Азамат Тажетдинов исемендәге сәсәндәр, ҡобайыр, шиғыр һәм хикәйә ижад итеүселәр араһындағы төбәк-ара конкурсының һәм башҡа күп сараларҙың төп режиссеры ул.

Һаулыҡ, именлек, ижади уңыштар теләйбеҙ, Рәмил Париж улы! Һәр көнөгөҙ илһамлы булһын!